Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

28 апрель 19:00 сәғәттә Халыҡ-ара Бейеү көнөнә бағышланған “Байыҡ йондоҙҙары” исемле ҙур тамашаға саҡырабыҙ!

📢Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар!📢

💫28 апрель 19:00 сәғәттә Халыҡ-ара Бейеү көнөнә бағышланған “Байыҡ йондоҙҙары” исемле ҙур тамашаға саҡырабыҙ!

Төрлө йылдарҙа “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһендә ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған яҡташтарыбыҙ, бейеү коллективтары тарафынан ойошторолған байрамды һеҙ ҙә килеп күрегеҙ, ҡәҙерле тамашасыларбыҙ!

✏Тарихҡа төшһәң, тәүге “Байыҡ” бәйгеһе 1996 йылда тап Баймаҡ районында үткәрелә. Төрлө төбәктәрҙән бейеүселәрҙе бергә туплаған был мәртәбәле йыйын, күренекле яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева тырышлығы менән, телевизион форматҡа әйләнеп, республикабыҙҙа иң популяр конкурстарҙың береһенә әүерелде.
Баймаҡтар “Байыҡ”ың иң әүҙем, йыш ҡатнашыусылары, шуға күрә берсә һәлмәк баҫып, берсә ут сәсрәтеп бейеүсе яҡташтарыбыҙҙы тағы бер ҡат телгә алып, маҡтап ҡайтыҡ әле, дуҫтар!

❗Билет хаҡы: 200 һум.
Пушкин картаһы менән дә билет алырға мөмкин.

#деньтанца #Байыҡ #концерт #Баймакскийрайон #пушкинскаякарта #годнематериальногокультурногонаследия