Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Аттың даны егет ҡулында”

6 февраль Ғүмәр ауылы янындағы “Аҡ балсыҡ” – баҫыуында 112- се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары һәм Рәсәй геройы Миңлеғәли Шәйморатов иҫтәлегенә бағышланған “Аттың даны егет ҡулында” исемле ҡышҡы бәйге ойошторолдо. Ат ярышында ҡатнашабыҙ тип Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан да бәйгеселәр килеп еткәндәр ине. Ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы өсөн пневматик мылтыҡтан атыу, йәҙрә ташлау, гер күтәреү, уҡ-һаҙаҡтан атыу кеүек уйындар ойошторолдо. Ул ғына ла түгел, халыҡ тирмә эсенә инеп йылы сәй, тәмле икмәктән ауыҙ итеп алырға форсат булды, ә
Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгенең Автоклуб бригадаһына ингән “Сураш” ир-егеттәр вокал ансамбле халыҡты дәртле йырҙары менән һөйөндөрҙө.