Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

4 октябрь Халыҡ ижады үҙәгендә “Аҡ тирмәләр иле – Башҡортостан” исемле концерт булып үтте

Тиҙҙән халҡыбыҙҙың мөһим байрамдарының береһе – Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең өсөн иң нурлы, йырлы-моңло төйәк, күҙ алмаһы кеүек бер генә ул – тыуған илебеҙ Башҡортостан! Ошо матур байрамға арнап, 4 октябрь, Халыҡ ижады үҙәгендә “Аҡ тирмәләр иле – Башҡортостан” исемле концерт булып үтте. Концертта Халыҡ ижады үҙәге артистары һәм коллективтары: “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле, “Ҡомартҡы” халыҡ йырҙары халыҡ ансамбле, “Ирәндек таңдары” рус йырҙары халыҡ ансамбле, “Аманат” инструменталь ансамбле, “Сураш” ир-егеттәр вокал ансамбле, Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар музыка мәктәбенең думбырасылар, “Иман” халыҡ уйын ҡоралдары халыҡ ансамблдәре ҡатнашты. Һәр сығыш Тыуған илебеҙҙе данлау, уның гүзәллеге менән һоҡланыу, илебеҙ менән ғорурланыу тойғоларын уятты. Ошо ерҙә йәшәп, халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап, артабан да матур әҫәрҙәр ижад итеп, Башҡортостаныбыҙҙы данлап йәшәйек!
https://vk.com/album-49010325_287127724
#Пушкинскаякарта
#Баймак
#ЦНТ