Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Баймаҡтар “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһенең иң әүҙем ҡатнашыусылары

✅28 апрель көнө Халыҡ ижады үҙәгендә бейеү көнөнә бағышланған
💥“Байыҡ йондоҙҙары”💥
исемле тамаша үтте.
Баймаҡтар “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһенең иң әүҙем ҡатнашыусылары. Ә инде был бәйгенең 1996 йылда беренсе тапҡыр тап Баймаҡта үтеүен иҫәпкә алғанда, был ярыштың беҙҙең өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңларға мөмкин.
1996 йылғы видеояҙманан өҙөктәр ҡарау, шул замана бейеүселәрен – Әсҡәт Нурмөхәмәтов менән Әнүәр Солтангилдинды әле лә сәхнәлә күреү, бөгөнгө йәштәрҙең тыпырлатып бейеп йөрөүҙәре йөрәккә май булып ятты.
Әлбиттә, Баймаҡ районының бейеү аҡһаҡалы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужиндың, Байыҡта ҡатнашыусы башҡа оло инәйҙәребеҙ, апай-ағайҙарыбыҙҙың сарала була алмауы үкенесле булды. Әммә өмөттө өҙмәйбеҙ, бергәләшеп матур тамашалар үткәрербеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Бөгөн беҙ районыбыҙ ғына түгел, республика кимәленә исемдәре танылып өлгөргән йәш кадрҙар Наил Шәйәхмәтов, Яҙгөл Макуловаға күҙ төбәп торабыҙ. Сөнки сағыу, талантлы солист булыуҙан тыш, улар балалар менән эш алып баралар, бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләйҙәр.

Әлеге мәлдә “Ирәндек” ансамблен етәкләгән Фәиз Усмановтың, 4 йәшендә тәүге Байыкта бейеп йөрөүе һәм бөгөн дә ошо йүнәлештә эшләүе үҙе бер һоҡланғыс күренеш.

Ғөмүмән, районыбыҙҙың бейеү оҫталары, замана һынауҙарына бирешмэй, үҙ хеҙмәтенә тоғро ҡалалар, арттарынан йәштәрҙе, балаларҙы эйәртәләр.
Буранбай ауылынан Зарифа Зәкир ҡыҙына, Сәлимә Рафиҡ ҡыҙына, Түбәнге Иҙрис ауылынан Рәсимә Әнүәр ҡыҙына, Иҫке Сибайҙан Әлфиә Ғәббәс ҡыҙына, Темәстән Рәмзиә Нурислам ҡыҙына һәм уларҙың коллективтарына, барлыҡ солистарға сарала ҡатнашып, кисәне йәмләгәндэре өсөн ҙур рәхмәт.❤️

Районыбыҙҙың бөтөн бейеүселәрен, бейеү ансамбльдары ЕТӘКСЕЛӘРЕН, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ дуҫтарыбыҙҙы БАЙРАМ МЕНӘН!
Осоп-ҡунып бейеүегеҙҙе һәм
именлек, муллыҡ, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!

#деньтанца #бейеүкөнө #Байыҡ #Баймакскийрайон