Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Иҙелбай ауылы ерлегендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

29 июнь Халыҡ ижады үҙәге автоклубы һәм артистары Иҙелбай ауылы ерлегендә ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ҡатнаштылар. Ойоштороусылар һауа торошона ҡарамай, барыһын ентекле әҙерләгәндәр. Тирмәләр, мили ризыҡ, оҫта ҡулдар араһындағы ярыштар юғары кимәлдә үтте. Кескәй әртистәргә лә, сығыш яһаусыларға ла матур бүләктәр эләкте.

Сараны Юлиә Бахтиева һәм Ләйсән Солтанғолова алып барҙы. Руслан Тимербулатов, Маргарита Юнысбаева, Сөмбөл Юлбахтина, Ильнур Аслаев, Ғәлинур Ҡарасурин йыр-моңдарын бүләк итте. Тауыш операторы Радик Аюпов, фотограф Илфат Абдуллин, водитель Камил Сөнәғәтуллин һәр саҡтағыса үҙ эштәрен шулай уҡ еренә еткереп башҡарҙы.