“Йырым булһын бүләгем”
Һеҙ һоранығыҙ, беҙ башлайбыҙ
“Йырым булһын бүләгем” тапшырыуы төркөмөндә һәүәҫкәр йырсылар араһында конкурс үткәс, бәйгеселәребеҙ вокаль ансамблдәр араһында ярыш уҙғарырға тәҡдим итте.
Хөрмәтле дуҫтар, “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуы вокаль ансамблдәр араһында конкурс башлай. Республикабыҙҙың барлыҡ ижади коллективтарынан, халыҡ, атҡаҙанған исемен яулаған ансамблдәрҙән ғаризалар көтәбеҙ! Бының өсөн төркөмгә коллективтың сығышын һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәттәрҙе (исем-атамаһын, ҡайҙан икәнлеген) ебәрергә кәрәк.
Еңеүселәрҙең сығышы БСТ каналы эфирында күрһәтеләсәк!
Ғаризалар 10 августҡа тиклем ҡабул ителә!