Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районында.

🗓️ Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районында. Тәү сиратта ул Беренсе Төркмән ауылындағы мәҙәниәт йортона туҡталды. Бинаға быйыл капиталь ремонт эшләнде, һөҙөмтәлә клуб яңы һулыш алды.

🙏🏻 Бында шулай уҡ китапхана, күренекле йырсы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей, «Ихлас» клубы ла урынлашҡан. «Ихлас»та 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Радий Хәбиров менән аралашыу барышында: «Бөгөн тәү сиратта махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙе хәстәрләргә тырышабыҙ, уларға йылы әйберҙәр бәйләп ебәрәбеҙ. Беҙҙең һалдаттарға ҡарата иғтибарығыҙ өсөн бар әсәләрҙән дә ҙур рәхмәт», – тине улар.

🙌🏻 Клуб алдына йыйылған ауыл халҡы менән аралашып, Радий Хәбиров уларҙы борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды. Тармаҡ етәкселәренә амбулаторияны яңыртыу, газ үткәреү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор бүлеү кеүек көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарарға ҡушты.

📌 Һүҙен йомғаҡлап, республика етәксеһе: «Ауылдарыбыҙҙа ике меңгә яҡын мәҙәниәт йорто эшләй. Уларҙың күбеһе яңыртыуға мохтаж, был йүнәлештә эш алып барабыҙ. Беҙ теләгәнсә тиҙ үк булмаһа ла, һәр мәҙәниәт йортона барып етәсәкбеҙ», – тип белдерҙе.