Түбә ауыл биләмәһе ,, Ағинәй ” йәмәғәт ойошмаһы халыҡ кәсептәре , милли аш – һыу йолалары буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашырға Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипованы , 1 – се Этҡол , Буранбай , Мерәҫ ауыл биләмәләре ағинәйәрен йыйынға саҡырҙы . Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Иҫәнбаева , мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – клуб мөдире Үтәбаева Зилә һәм китапханасы Юламанова Рәсимәләр ҙә оҫталыҡ дәрестәренең уртаһында ҡайнаны , милли йола – кәсептәрҙе тергеҙеүҙә , һаҡлауҙа һәм таратыуҙа үҙҙҙәрен берҙәм команда икәнлектәрен күрһәтте . Быйма баҫыу , балаҫ һуғыу , дебет шәл бәйләү , Ирланд селтәре эшләү , ҡул тирмәне менән ҡурмас тартып , талҡан тартыу , буҙа эшләү , яҙғы милли йолабыҙ ,, Ыуыҙ ҡоймағы ” байрамы буйынса мастер – кластар ; талдан үрелгән тауыҡ , ҡаҙ оялары , кәрзиндәр , сигеү , ҡорамалар , милли биҙәүестәр , милли кейемдә ҡурсаҡтар , Баймаҡта үҫкән дарыу үләндәре күргәҙмәләре менән таныштырыу , һ б — бик файҙалы һәм йөкмәткеле булды .
Афарин , түбәләр ! Һаулыҡ һаҡлау һәм оҙон ғүмерлелек йылындағы эштәрҙе , милли традициялар , мәҙәниәтте һаҡлау буйынса эҙмә – эҙлекле һәм һөҙөмтәле эш алып баралар .