“Урал Батыр эҙҙәренән” исемле квест-уйын ойошторолдо
27 октябрь Баймаҡ ҡалаһы Халыҡ ижады үҙәгендә балалар өсөн “Урал Батыр эҙҙәренән” исемле квест-уйын ойошторолдо.
Ҡатнашыусылар Урал Батыр аманатын табыу өсөн туҡталыштарҙа эпос геройҙары әҙерләгән ҡыҙыҡлы һынауҙарҙы үтте. Ярышта Икенсе Этҡол һәм ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыларынан төҙөлгән барлығы 4 команда үҙ-ара көс һынашты. Шүлгән, Аҡбуҙат, Һомай, Аҡ һаҡаллы ҡарт, Ҡатил батша ҡыҙы йәш ҡыҙ һәм малайҙарҙарҙы мәргәнлектә, ҡыйыулыҡта һананы, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал Батыр” буйынса тупланған белемдәрен тикшерҙе.
Һөҙөмтәлә, барлыҡ һынауҙарҙы ғәҙел үтеп, Урал Батыр аманатын тапҡан “Башҡорттар” командаһы еңеүгә лайыҡ булды. Афарин!
📢 Киләһе квест 10 ноябрь көнө 16:00 һәм 18:00 сәғәттә үтә.⏱ “Урал Батыр эҙҙәренән” үтергә теләүселәрҙе көтөп ҡалабыҙ! Пушкин картаһы менән инеү мөмкинлеге бар:
https://cnt-baimak.ru/news/kvest-po-sledam-ural-batyra/
📌Мауыҡтырғыс саранан ситтә ятып ҡалмағыҙ, дуҫтар!📌