Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Ысын мәғәнәһендә ҡалабыҙҙа ҙур БЕЙЕҮ БАЙРАМЫ булды

Легендар бейеүсе, оҫта балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙиндың тыуыуына июндә 70 йыл тула. Ошо датаға тура килеп, Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамы менән районыбыҙҙа үткәрелгән балетмейстерҙар һәм бейеү коллективтары республика фестивале ысын мәғәнәһендә урынлы һәм күркәм сара булды.
Баймаҡтар өсөн был ваҡиға айырыуса мөһим. Сөнки Йәүҙәт Бикбирҙин бейеү сәнғәтенең сағыу йондоҙо булыуҙан тыш, үҙ эшенә бар йөрәген, күңелен һалып, башкөллө илһам хөкөмөнә бирелеп, Феникс ҡошондай көлгә ҡалғансы янып, кире терелеүе ИЖАДСЫ. Уның ҡалдырған мираҫы Урал Аръяғы башҡорттары бейеүенең йөҙө һәм асылы. Бындай конкурстың ни тиклем кәрәклеген, башҡорт халҡының бейеү сәнғәте нигеҙен һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын, тәрбиәүи әһәмиәтен рухлы, юғары мәҙәниәтле кеше һис һүҙһеҙ аңлай.
Үкенескә күрә, район кимәлендә етәкселәр тарафынан бәйгегә тейешлесә иғтибар булманы, шулай ҙа фестиваль йылы мөхиттә, сәмле һәм йәмле үтте. Бәйгеселәр ут сәсрәтеп бейене, тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде. Ысын мәғәнәһендә ҡалабыҙҙа ҙур БЕЙЕҮ БАЙРАМЫ булды.
Һис шикһеҙ Йәүҙәт ағай рухы был көндө беҙҙең янда булғандыр, ихлас шатланғандыр…
Барлыҡ ҡатнашыусыларға: беренсе урын яулаусы ғорур һәм сая Бөрйәндәргә, дәртле баҫып, саф башҡортса бейеүсе Әбйәлилдәргә, ихлас һәм ябай Йылайырҙарға, күп төрлө һәм сағыу бейеүҙәре менән күңелдәрҙе арбаған Сибайҙарға һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең ауылдарҙан килгән дарманлы, әүҙем яҡташтарыбыҙға сикһеҙ һөйөүебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гала-концертты Йәүҙәт ағайға бағышланған номер менән асыусы “Еҙ үксә” өлгөлө балалар ансамбленә һәм етәкселәре Зарифа Аралбаеваға ихлас рәхмәтлебеҙ.
Шулай уҡ рәхмәтебеҙҙең иң ҙуры ваҡыт тарлығына, йыраҡ араларға ҡарамай килеп еткән хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, жюри ағзалары – Гөлназ Гайсароваға, Азамат Каримовҡа, Азат Нәбиуллинға, Рәфҡәт Юнысовҡа һәм Динислам ағай Исҡужинға.

Ә инде Йәүҙәт Зәйнулла улының башланғысы менән барлыҡҡа килгән һәм уның бейеүҙәренә һәр ваҡыт тоғро булған “Ирәндек” ансамбленең ГРАН-ПРИ яулауы беҙҙең өсөн айырыуса ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Йәштәрҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, һәм артабан да сәнғәт тигән тәүге ҡарамаҡҡа ябай, әммә бик күп йөрәк көсөн, ваҡыт һәм илһам талап иткән өлкәлә һөҙөмтәле ижад итеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Алла бирһә, киләсәктә был күркәм бәйге районыбыҙҙың бренд сараһына, визит карточкаһына әүерелер, ә ҡалабыҙ яңы балетмейстерҙар исемен асыусы, уларҙың хеҙмәтен баһалаусы үҙәккә әйләнер, тип ышанабыҙ.

#фестивальконкурс #ЯвдатБикбердин #Баймакскийрайон #грантглавыРБ