Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

1-се тапҡыр Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алыу айҡанлы тантаналы сара үтте

Бөгөн, 11 ноябрь Баймаҡ районы тарихында иҫтәлекле ваҡиға, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы көнөнә бағышлап,1-се тапҡыр Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алыу айҡанлы тантаналы сара үтте. Бөтөн сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спортта һанатмаған, уҡыуҙа яҡшы өлгәш күрһәткән иң әүҙем 6б класы бөгөндән Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге класта белем аласаҡ.
Йәш шайморатовсылар “Шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә тоғро булырға, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә, тыуған еребеҙҙең тоғро улдары һәм ҡыҙҙары булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә, һәр ваҡытта “Салауат тоҡомо сигенә белмәй!” шайморатовсы девизына тоғро булырға ант итте.

#ЦНТ #баймак #шаймуратовцы