БОКС буйынса төбәк-ара ярыштар башланды
29 сентябрь Баймаҡ ҡалаһының “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, профессор Аслаев Төхвәт Хәлим улының иҫтәлегенә “Б” класс БОКС буйынса төбәк-ара ярыштар башланды.
Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе өлкәләре спортсмендары өс көн дауамында үҙ-ара көс һынашасаҡ. Ярыштарҙы тантаналы асыу өлөшөндә абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты; балалар ижады үҙәгенең “Сулпылар” бейеү ансамбле, Халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.