Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Октябрьск ҡалаһында үткән Ҡурай байрамынан Баймаҡ районының Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбле 1 урын яулап, лауреат исемен алып ҡайттылар

Һөйөнөслө яңылыҡ💥
Октябрьск ҡалаһында үткән Ҡурай байрамынан Баймаҡ районының Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбле 1 урын яулап, лауреат исемен алып ҡайттылар.✨
Был, әлбиттә, рухлы, сәмле, дәртле ҡурайсыларыбыҙҙың һәм бар ергә лә өлгөр етәкселәре Ильнур Ринат улының тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Шулай уҡ
“Соло” номинацияһына 2-се дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булыусы Рәмил Хәсәнов һәм шулай уҡ 2-се дәрәжәләге лауреат, “иң оло ҡатнашыусы” номинацияһында еңеүсе Риф Ҡәйепҡолов ағайҙарҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! ✨
Ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө теләп ҡалабыҙ!

#конкурсы #победы #Баймакскийрайон #кураисты