Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

в Центре народного творчества пройдут сеансы спектакля “… Ат уйнатып алдан бара…”

Дорогие баймакцы!
25 июня в 15:00 и 19:00 ч.
в Центре народного творчества
пройдут сеансы спектакля
“… Ат уйнатып алдан бара…”
Осуществляется синхронный перевод на русский язык.
#пушкинскаякарта Билеты здесь 👇
https://ufa.kassy.ru/events/teatr/2-14315/hall/?t=165..
ШАЙМОРАТОВ ГАСТРОЛДӘРЕ
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәй етеү менән республика райондары һәм ҡалалары буйлап гастроль эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Быйыл да театрыбыҙ сығыштарын Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә бик күп тамашасы көтә. Тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған “Ат уйнатып алдан бара!” спектакле 25 июнь Баймаҡ ҡалаһында күрһәтелә.
Баймаҡ тамашасыһы коллективтың һәр эше менән ҡыҙыҡһынып тора. Шуны ла әйтәйек, коллективыбыҙҙа ошо төбәктә тыуып үҫкән, театрҙа уңышлы эшләүсе сәхнә оҫталары күп. “Ат уйнатып алдан бара” спектаклендә лә яҡташтарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет, артистар Юнир Ҡоланбаев, Гөлназ Хайсарова, Лилиә Ғәлинаны күреп шатланырбыҙ.
Спектаклдең эстәлеге бик бай. Һәр мәлдә Еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, уны үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов, шайморатовсылар тураһында ул. Тамашасылар сәхнә әҫәре менән берлектә документаль фильм да ҡарай, сөнки сәхнәләге ваҡиғалар экрандағы кинохроникалар менән бергә үрелеп бара. Спектакль матур, сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған. Миңлеғәле Шайморатов ролен Ш.Бабич йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡара. Спектаклде сәхнәгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сығарҙы, инсценировка авторы драматург Зөһрә Бураҡаева.
“…Ат уйнатып алдан бара…” һеҙҙе көтә, ҡәҙерле дуҫтар!
Башлана: 15.00 и 20.00 сәғәттә.