Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 14-се республика ҡурайсылар бәйгеһе булып үтте

Ҡотлайбыҙ!
16-17 сентябрҙә Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 14-се республика ҡурайсылар бәйгеһе булып үтте. Районыбыҙҙың данын яҡлап халыҡ ижады үҙәгенең “Буранбай сәсән” исемендәге ҡурайсылар ансамбле ҡатнашып,бәйгегә “Маршрут” халыҡ бейеү көйөн тәҡдим итте.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе Динислам Исҡужиндың ҡурайсыларға ҡушылып бейеп китеүе сығышҡа мәртәбә өҫтәне. Һөҙөмтәлә ҡурайсылар ансамбле лайыҡлы рәүештә БЕРЕНСЕ дәрәжәле дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булды.Шулай уҡ төрлө категорияла ҡурайсылар үҙ көсөн һынап,төрлө номинацияларға –
Дәүләтшина Айлита –“Өмөт” номинацияһына,Ҡәйепҡолов Риф-(16+)- 3 сө дәрәжәле дипломға, Хәсәнов Рәмил – махсус призға лайыҡ булдылар. Бәйгелә ҡатнашыусы ҡурайсыларға, районыбыҙҙың ҡурайсылар ансамбленә,ансамблдең етәксеһе,бәйгеселәрҙе әҙерләүсе Ильнур Ринат улы Аслаевҡа артабан да сәләмәтлек, уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ.