Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

СИБАЙ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ

💢💢💢 СИБАЙ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ!
💢💢💢Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә:

💥7 АПРЕЛЬ, 14.00, 19.00 сәғ.
🎭 Б.Ҡаһарманованың “Шахтер” спектакле (реж. Д.Ғәлимов),
🎫Билеттар кассала һәм сайтта һатыла:
💥14.00.: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/12339215/
💥19.00.: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/12339238/

💥8 АПРЕЛЬ, 19.00 сәғ.
🎭Т.Ғиниәтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?” спектакле (реж. А.Нәҙерғолов, инсц. Н.Ғәйетбай)
💥 Билеттар кассала һәм сайтта һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/12339264/

🎩Пушкин картаһы менән һатып алырға мөмкин!
12+
💐Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Спектакль шахтерҙың ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында. Уйламай әйтелгән һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр бөтә донъяны емереп, бәхетте юҡҡа сығара. Бәхет өсөн күпме кәрәк икән ул?
Спектаклде Сибай театры режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Дамир Ғәлимов ҡуя.
«Пьеса тәү ҡарамаҡҡа ябай тойола, әммә асылда ул ҡатмарлы драма. Шуныһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда шахтер ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, хәүефле производствола эшләгән кешеләрҙең тормошо сағылдырыла. Тамашасыларға шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген күрһәткебеҙ килә», – ти режиссер Дамир Мәжит улы.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова таусылар ҡалаһы театры менән тәүге тапҡыр ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Былтыр пандемия осоронда сибайҙар уның пьесаһы буйынса «Их, йәшәүҙәре рәхәт!» комедияһын тәҡдим ите.
«Һәр әҫәрем йөрәк аша үтә, әммә “Шахтёр” ижадымда айырым урын алып тора. Пьеса ябай шахтёр ғаиләһе тураһында. Ләкин ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре һәр ғаиләгә ҡағылған кеүек – ваҡиғаларҙа тормош сағылған. Мин һәр геройымды, улар ниндәй булһа ла, яратам. Тамашасылар ҙа уларҙы аңлар, үҙ итер, тип уйлайым», – ти драматург.
Спектаклдең үҙенсәлекле биҙәлеше өҫтөндә Сибай театрының яңы баш рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты Валерий Яшкулов эшләй.
Көйҙө ситтән саҡырылған композитор Илсаф Вәдүтов ижад итә.
Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Венер Сөнәғәтов, Әлфирә Ғәлләмова, артистар Зәлиә Хафизова, Салауат Вәлиев, Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова.
Действие происходит в наши дни. Спектакль об обычной семье шахтера, где некогда царило взаимопонимание, с годами превратившееся в натянутые взаимоотношения. Чья здесь вина? Драма заставляет задуматься о том, как сказанные сгоряча слова и необдуманные поступки порою могут разрушить собственное счастье. А много ли надо человеку для счастья? В героях мы сможем увидеть самих себя, посмотреть на себя со стороны. В погоне за материальными благами, за красивой жизнью, в суете мы забываем, что жизнь-то у человека одна! Пока не поздно, важно понять, что многое в жизни делаем не так. Нужно научиться ценить каждый день, каждый прожитый вместе миг!
В ролях: народный артист РБ Рамиля Худайгулова, заслуженные артисты РБ Венер Сунагатов, Альфира Галлямова, артисты Залия Хафизова, Салават Валеев, Залина Усманова, Юлия Мухамедьянова.