Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Ишей ауылында уҡсылар ярышы

29 май Баймаҡ районының Ишей ауылында Республика кимәлендә асыҡ уҡсылар ярышы үткәрелде, бөтәhе 8 район вәкиле, 37 уксы катнашты.
Бөгөнгө көндә традицион уҡ атыу бәйгеһе республикабыҙҙың барлыҡ райондарында киң танылыу һәм үҫеш алды. Милли уҡ атыу шөғөлөнөң йылдан-йыл мәртәбәһе артып, ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар, хатта ғаиләләре менән ҡатнашырға теләүселәрҙең күбәйә барыуы был спорт төрөнөң киң таралыуы хаҡында һөйләй. Бөгөнгө сараның төп маҡсаты булып-милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, башҡорт милли йолаларын, традицияларын һәм спорт төрҙәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен киң пропагандалау, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу һәм йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә ошондай бәйгеләр.
Әлбиттә сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һәм “Афарин” тип әйтергә ҡала.
Беҙ ҙә, Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижад үҙәгенең, Автоклуб менән аппаратура яғынан ойоштороусыларға ярҙам күрһәттек.