Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

3 март “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарттың туйы” спектакле Сибайский госбашдрамтеатр им. А. Мубарякова

3 марта в 13:00 Центр народного творчества 350 руб.

3 марта
Баймак- ЦНТ
“Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарттың туйы” спектакле
Сибайский госбашдрамтеатр им. А. Мубарякова

Башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” повесы буйынса Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһында спектакль. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйылды.

Ҡуйыусы режиссер – Рөстәм Хәкимов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;
Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы, сценарист, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзының ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;
Ҡуйыусы рәссам – Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Композитор – Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;
Хореограф – Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы;
Режиссерҙың ярҙамсыһы – Салауат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Ролдәрҙе башҡаралар:
Әлимә – Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова;
Өммәтҡол – Риф Сәйфуллин,Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Хәбибә – Әлфирә Ғәлләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,
Хәйбрахман – Вадим Ғилманов;
Ҡәнзәфәр – Морат Амантаев;
Мырҙаш – Альберт Салауатов Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы
Мостаҡ – Салауат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы;
Сәлихә – Айгөл Хәкимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы;
Вәхит – Айбулат Ғүмәров;
Әсхәл, Мулла, Иманғол – Нәфис Сәйетов;
Дәүләтҡол, Батрай – Венер Сөнәғәтов, Башҡортостандың халыҡ артисы;
Хәйбрахмандың ҡатындары – Резеда Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,
– Әлфирә Ғәлләмова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,
– Айгөл Ғөбәйҙуллина,
– Яҙгөл Хәлисова;
Әлимәнең әхирәттәре – Яҙгөл Хәлисова, Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Юлиә Солтангәрәева, Айгөл Ғөбәйҙуллина, Юлиә Иҫәндәүләтова.

Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып булыу һәм бәхетенә ирешеү ынтылышы беҙгә ысын кеше өлгөһөн күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр кемебеҙҙең күңеленә лә үтер, фәһемле лә булыр.

https://sibaidramteatr.ru/ba/шесть-песен-алимы/