Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Афған һуғышы тамамланыуға һәм Совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына быйыл 35 йыл.

Ун йыл дауамында барған дәһшәтле Афған һуғышы тамамланыуға һәм Совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына быйыл 35 йыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп йәш ғүмерҙе өҙҙө был һуғыш. Тыуған ил саҡырғас, хәрби хеҙмәт бурысын һәр бер ир-егет үтәргә бурыслы. Ә хәрби хеҙмәттәре Афған ерендәге конфликттарҙы яйға һалыу осорона тура килгән совет һалдаттары хәрби бурыстарын батырҙарса, намыҫ менән үтәне…
Афған һуғышында совет һалдаттарының батырлығы, ҡыйыулығы сикһеҙ булды. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек берҙәм тупланып, һуғыш ҡурҡынысын ил буйынса таратырға юл ҡуйманылар.
Хәрби хәрәкәттәрҙә барлығы 546255 совет офицерҙары һәм һалдаттары ҡатнашты. 71 һалдат Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.Афған һуғышында 15 мең совет һалдатының ғүмере өҙөлә, 298 хәбәрһеҙ юғала.Башҡортостандан был һуғышта 9 мең һалдат ҡатнаша һәм 306 кеше һәләк була. 497 яҡташыбыҙ төрлө яралар менән тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайттылар.
Баймаҡ районынан был хәрби хәрәкәттә 150-нән ашыу егет ҡатнашты. Шуларҙың 4-һе ҡыҙғанысҡа күрә, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алманы.Үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены менән бүләкләнеүселәр яҡташтары хәтерендә мәңге ҡаласаҡ:
Рядовой Йәрмөхәмәтов Абдрахман Сәхи Улы
Кесе сержант Самарбаев Дамир Оморҙаҡ улы
Рядовой Сафиуллин Илгиз Ғәлимйән Улы
Рядовой Исмәғилев Рәфҡәт Шафҡәт Улы.
Беҙҙең бурысыбыҙ – һуғыш аяуһыҙлығына юлыҡҡан, һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмайынса, үҙ өҫтөнә ут алған кешеләрҙе онотмау. Килер быуынға улар күрһәткән батырлыҡтар хаҡында еткереү, өҙөлгән йәндәрҙең рухын мәңге тере һаҡлау…..

#мәңгелекдан
#онотмайбыҙ