Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Ғата Сөләймәновтың тыуыуына быйыл 110 йыл тула

Мәшһүр ҡурайсы, йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғата Сөләймәновтың тыуыуына быйыл 110 йыл тула.

💥26 апрель 14:00 сәғәттә сәнғәтебеҙ күгендәге яҡты йондоҙ иҫтәлегенә ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтәсәк.

Ғата Зөлҡәфил улының уҡыусылары, яҡташтары, мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ, сағыу концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ хөрмәтенә ойошторолған саранан ситтә ятып ҡалмағыҙ! Мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ғөмүмән, башҡорт сәнғәтенә битараф булмаған барса халыҡты көтөп ҡалабыҙ!

Инеү бушлай.

#вечерпамяти #ГатаСулейманов #баймаскийрайон #ЦНТ