Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының “Талҡаҫ” халыҡ театры “халыҡ” исемен яҡланы

💥Һөйөнөслө яңылыҡ!

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының “Талҡаҫ” халыҡ театры Өфө ҡалаһынан килгән абруйлы жюри алдында тәүгеләрҙән булып уңышлы сығыш яһаны һәм “халыҡ” исемен яҡланы.✨
Ролдәрҙе башҡарыусы – Ғәлинур Хәмитов, Диля Баянова, Айгиз Юлмөхәмәтов, Илгизә Хамитова, Наил Шәйәхмәтов һәм Ләйсән Солтанғолова ҡуйылған маҡсаттарына ирештеләр. Сөнки һайланған әҫәрҙең авторы күренекле драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәил Ғәйетбаевтан, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Сара Буранбаеванан, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмурзинанан, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлих Әфләтүновтан маҡтау һүҙҙәре ишетеү барыһын да ҡанатландырҙы, артабан ижад итергә дәрт-дарман өҫтәне.
Спектакльды әҙерләп сығарыуҙа ярҙам иткән барлыҡ коллективҡа сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! 🙏

📢Баймаҡ халҡын 23 март 19:00 сәғәттә көтөп ҡалабыҙ!

#алтынтирмә #баймакскийрайон #защитатеатров #спектакль