Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Баймаҡтар Сибай сәхнәһендә!

Баймаҡтар Сибай сәхнәһендә!
Халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ижади коллективтары күптән инде күрше райондар, ҡалалар буйлап гастролдәргә сығыу хаҡында хыяллана. Тик тынғыһыҙ эш графигы, транспорт мәсәләһе, башҡа сәбәптәр быға тиклем был ниәтте тормошҡа ашырырға форсат бирмәне. Һәм, ниһәйәт, Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Гөлназ Халидар ҡыҙы тәҡдиме менән, Халыҡ ижады үҙәге директоры Надербаева Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы тырышлығы менән баймаҡтар Сибайға барып, ҙур сәхнәне бер итеп ҡайттылар. Тамашаны халыҡ йырҙары менән байытҡан абруйлы ағайҙар Фәттәх һәм Фәннүр Аралбаевтарға, Хәбир Раевҡа рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Шулай уҡ концертта ҡатнашыусы барлыҡ ансамбльдарға һәм уларҙың етәкселәренә ҙур йөкләмәне атҡарып, йөкмәткеле, рухлы, дәртле сығыштар әҙерләгәндәре өсөн оло хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Халыҡ ижады үҙәгенең иң тырыш, эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәре көсө менән “Беҙ бергә” тип аталған тамаша ут күршеләребеҙгә тәҡдим ителде. Был тәжрибә һуңғыһы булмаһын, тағы ла сағыу концерттар ҡуйырға, тамашасыбыҙҙы ҡыуандырырға насип итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Культработники и творческие коллективы Центра народного творчества г. Баймак выступили с представлением “Мы вместе” на сцене Сибайского концертно-театрального объединения. Большое спасибо всем самодеятельным артистам, зрителям и руководству ГБУКИ РБ СКТО, благодаря которым эта встреча состоялась. Надеемся, что у всех остались только добрые и яркие впечатления. Также особая благодарность за организацию и финансовую помощь начальнику отдела культуры администрации МР Баймакский район Зиганшиной Гульназ Халидаровне и директору МАУК “ЦНТ” Надербаевой Минзифе Ахмадеевне.