Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Байыҡ – 2021”

💥ҠЫУАНЫСЛЫ ХӘБӘР.
Бөгөн, йәғни 12 ноябрь, Өфө ҡалаһында “Байыҡ – 2021” республика телевизион бәйгеһенең финалы үтте, еңеүселәр билдәләнде. Баймаҡ районы данын яҡлап сығыш яһаусы Иҫке Сибай ауылынан “Яҙгөл” фольклор ансамбле лә, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Ильшат Ғүмәров менән Гүзәл Ҡолмөхәмәтова дуэты ла ГРАН-ПРИҒА лайыҡ булды! Урааа!!!
Талантлы, дәртле, дарманлы яҡташтарыбыҙҙы оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, таҙалыҡ, именлек, яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.🙏
Районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Гөлназ Халидар ҡыҙына, Халыҡ ижады үҙәге директоры Нәҙербаева Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙына ҡатнашыусыларға бәйгелә ҡатнашыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
#баймактар #байык #гранпри