Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юлай Ишбулды Ғәйнетдинов менән осрашыу үтте

15 сентябрь халыҡ ижады үҙәгендә ҡурайсы, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юлай Ишбулды Ғәйнетдинов менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа балалар музыка мәктәбенең ҡурай класында шөғөлләнеүселәр, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары, “Буранбай сәсән” исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбле ҡатнашты. Юғары кимәлдә ҡурайҙа уйнау оҫталығына эйә булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы тарихи көйҙәргә туҡталды, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһе, 8 октябрҙә үтәсәк Кәрим Дияров исемендәге сара тураһында һөйләне.