Данлыҡлы яҡташыбыҙ Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә “Йырсы. Ҡурайсы. Актёр”, тип аталған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе ойошторолдо
26 апрель көнө Халыҡ ижады үҙәгендә данлыҡлы яҡташыбыҙ Ғата Сөләймәнов иҫтәлегенә “Йырсы. Ҡурайсы. Актёр”, тип аталған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтарыбыҙға, оло һәм йәш быуын ҡурайсыларына, уларҙың етәкселәренә, уҡытыусыларына, районыбыҙҙың Мәҙәниәт бүлеге һәм Халыҡ ижады үҙәге етәкселегенә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Киләсәктә лә бөйөк шәхестәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, үткәндәрҙе барлап, рухлы, сәмле саралар үтеп торор, яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашыр, тигән теләктәрҙә ҡалабыҙ!
#баймактар #вечерпамяти #ГатаСулейманов #110лет