Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Һеҙ, тип талпына күңел!”

3 аҙна дауамында Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге артистары “Һеҙ, тип талпына күңел!” исемле тамаша менән Билал, Түбә, Байыш, Әбделкәрим, 1 Этҡол, Йомаш ауылдарында сығыш яһанылар. Тыуған ергә, илебеҙгә һөйөү, ғөмүмән, бар тереклеккә, тормошҡа мөхәббәт темаһы менән һуғарылған концерт тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Дәртле йырҙар-бейеүҙәр дәррәү алҡыштарға күмелде. Айырыуса, Яҙгөл Зөбәйҙуллина башҡарыуында “Фатима” (ҡуйыусыһы: Ғәйебаева Р.Х.) бейеүе, Илшат Ғүмәровтың “Үҫәргән байығы”, Илнур Аслаевтың ҡурай моңдары, Руслан һәм Дилбәр Хисамеевтарҙың дуэты, Руслан Тимербулатов башҡарыуында ретро йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде. Шулай уҡ концертты биҙәгән “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Ғәлинур Хәмитовҡа, солистар Гүзәл Ҡолмөхәмтоваға, Илгизә Хәмитоваға, Гөлсинә Ғәтауллинаға, Наил Шәйәхмәтовҡа, төп эштренән тыш сәхнә томошонда ла ҡайнаусы Айнур Кулибаевҡа, Мөхәмәт Фәйзуллинға, профессиональ йырсыбыҙ Сөмбөл Юлбахтинаға, Ильдар Абдуллинға, концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе Айгиз Юлмөхәмәтовҡа, Радик Әйүповҡа яңынан-яңы үрҙәр, яңы асыштар насип булһын. Һәм, әлбиттә, ихлас тамашасыбыҙға, йылы сәйҙәр менән ҡаршы алыусы ауыл клубтары мөдирҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, эштәрендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән мәҙәниәт хеҙмәткәре эшендә бик ауыр миссия ята – ул да булһа, күңел юшҡындарын таратыу, өмөтһөҙҙәргә йән өрөү, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәү, был донъяла иң төп нәмә – мөхәббәт икәнен еткереү тора. Ошо маҡсаттан тайпылмай, халҡыбыҙҙың ижад өлгөләрен йөрәктән-йөрәккә тапшырып, илһамланып эшләргә лә эшләргә булһын!