Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Халыҡ ижады үҙәгендә “Ил яҙмышы-беҙҙең ижадта” исемле концерт үтте

21 октябрь Халыҡ ижады үҙәгендә “Ил яҙмышы-беҙҙең ижадта” исемле концерт үтте. Концертта халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән ансамблдәр һәм артистар үҙҙәренең рухлы, патриотик йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен тамашасыларға бүләк итте. Сәхнәлә “Ҡомартҡы” башҡорт йырҙары халыҡ ансамбле (етәксеһе С.Юлбахтина), “Ирандыкские зори” рус йырҙары халыҡ ансамбле (етәксеһе Ф. Әмирханова), “Жасмин” (етәксеһе Д. Хисамеева), “Сураш” вокал (етәксеһе И. Абдуллин) ансамблдәре йырҙары, “Аманат” инструменталь ансамбленең, “Буранбай сәсән” исемендәге ҡурайсылар халыҡ ансамбленең (етәксеһе И.Аслаев) көйҙәре, “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (етәксеһе Н.Шәйәхмәтов) дәртле, рухлы бейеүҙәре йылы алҡыштарға күмелде. Шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән “Мирфәйзә” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбленең (етәксеһе С.Юлбахтина) һәм дәртле егеттәрҙән торған “Асыш” төркөмө (етәксеһе Айгиз Юлмөхәмәтов) тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Махсус саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәбир Раевтың моңло йырҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, оҫта бейеүсе Зарифа Аралбаеваның, йәш бейеүсебеҙ Нүрсиә Халикованың бейеүҙәре концертыбыҙға йәм өҫтәне. Тамашасыларҙың һәр саҡ яратып ҡабул иткән сәхнәбеҙ йондоҙҙары – Сөмбөл Юлбахтина, Илдар Абдуллин, Ғәлинур Хәмитов, Айгиз Юлмөхәмәтовтың сығыштары тамашаға бер биҙәк булды. Ижади миҙгел асыҡ! Алда йырланаһы йырҙар күп булһын, яңы матур бейеүҙәр тыуһын, илебеҙ тыныс булһын!