Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Ирҙең даны иленән – халҡы менән еренән” Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте.

“Ирҙең даны иленән – халҡы менән еренән” 7-се февралдә Халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостандың беренсе президенты – Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Сара барышында шәхестең тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә ентекле байҡау яһалды. Рәхимовтың дәүләт башлығы вазифаһына инеү тантанаһы, бигерәк тә идара итеү дәүерендә тап кешеләр өсөн башҡарған эштәренең видеояҙмалары саҡырылған ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы. Ошо иҫтәлекле датаға бәйле, Мортаза Рәхимовҡа арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә уҡыусылар бик теләп ҡатнашты. Баймаҡ лицей-интернатының, ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбенең уҡыусылары башҡарыуында рухлы, ил ағаһы – Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырҙары яңғыраны. Бәйге йомғаҡтары буйынса Газина Ильвина еңеүсе тип билдәләнде. Кисәнең бер минутлыҡ тынлыҡ менән тамамланды. Әлбиттә, бер бәләкәй генә сара эсендә хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улының эштәрен һанап бөтөү ҙә, уларҙы тейешенсә баһалау ҙа мөмкин түгел. Бының өсөн китаптар яҙырға һәм йылдар үткәс тә уйланырға кәрәк.