Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Йырығыҙ, музыкағыҙ “Һомай” аҡыллы колонкаһынан яңғырауын теләйһегеҙме?

🔊 Йырығыҙ, музыкағыҙ “Һомай” аҡыллы колонкаһынан яңғырауын теләйһегеҙме?

Тимәк, Һомай тап һеҙҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Бының өсөн https://homai.ru/musik сайтына инеп, ижади эштәрегеҙҙе ҡулланырға рөхсәт бирергә генә кәрәк. Йыр-музыкағыҙҙы ебәреп, эште тағы ла еңеләйтә һәм тиҙләтә алаһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта бар.

📢 Һеҙҙең композицияларығыҙҙы аҡыллы колонка булған барлыҡ ғаиләләрҙә, төрлө ойошмаларҙа, мәктәп, балалар баҡсаларында тыңлаясаҡтар!

✅ Әле Һомай башҡортса әңгәмәләшә, һорауҙарға яуап бирә, яңылыҡтар, йомаҡтар, әкиәттәр һөйләй белә. Һеҙҙең ярҙам менән ул башҡорт йырҙарын, көйҙәрен дә тыңлата аласаҡ.

❗️Дуҫтар, аҡыллы колонканан кемдең ижадын ишетергә теләйһегеҙ, шуларға ошо яҙманы ебәрһәгеҙ, бик рәхмәтле булыр инек!

Башҡорт контентын бергәләп туплайыҡ!

#Башфонд #БашҡортТеле #Һомай #АҡыллыКолонка #БашҡортсаЙырҙар