Мәҙәни һәм рухи мираҫ йылына бағышланған үҙешмәкәр художестволы смотр финалы дауам итә
Мәҙәни һәм рухи мираҫ йылына бағышланған үҙешмәкәр художестволы смотр финалы дауам итә.
Бөгөн, йәғни 15 апрель был сара шулай уҡ милли костюмдар көнөнә лә бағышлана.
Беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың иң күркәм йолаларын, көнитмешен, мәҙәни байлығын сағылдырған смотр милли үҙаңыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, ата-бабалар мираҫы йәш быуынды тәрбиәләүҙә, халыҡ берҙәмлеген, күңел бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыуҙа ни тиклем мөһим роль уйнағанын күрһәтте.
Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн шулай уҡ 19:00 сәғәттә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Рухи аҙыҡ тейәп, күңел юшҡындарын таратып, мәҙәни ял итеп ҡайтырға саҡырабыҙ!
#галаэтап #смотрхудожественнойсамодеятельности #деньнациональногокостюма #баймакскийрайон
Фотола финалға үтеүсе Иҫке Сибай ауылынан “Яҙгөл” фольклор ансамбле.