Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Сауаптары ҡабул булһын!

🙏Сауаптары ҡабул булһын!🙏
Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры Минзифа Надербаева инициативаһы менән коллективыбыҙ ҡыҙҙары һәм егеттәре эшләгән урындарына бағышлап, ил-йортҡа именлек теләп, ҡорбан салдырҙы.
Мерәҫ ауылынан саҡырылған Дәрүәрт мулла рух-әруахтарға арнап, матур итеп аят уҡыны, мәҙәни усаҡта эшләүселәргә ижади уңыштар, сәләмәтлек, бөтөнлөк һорап доға ҡылды.
Халҡыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың, йәштәрҙең һәм бала-сағаларҙың йөрәген рухи аҙыҡ менән байытыусы, районыбыҙҙың мәҙәни йөҙөн сағылдырыусы үҙәктең яңы эш сезонын изге эш, аҡ уй-ниәт менән башлауы һис шикһеҙ барыһын да ҡанатландырыр, яңы бейеклектәргә, яңы асыштарға әйҙәр, күңелдәрен сафландырыр, тип өмөт ҡылабыҙ.

#баймактар #ЦНТ #барыһылаяҡшыбуласаҡ