Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

Түңгәүер ырыуы вәкилдәренең V съезы уҙғарылды

30 июнь айында Баймаҡ ерлегендә Башҡортостан республикаһының төрлө төбәктәрендә йәшәүсе Түңгәүер ырыуы вәкилдәренең V съезы уҙғарылды. Был сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай, Өфө ҡалаһынан, Күгәрсен районының Дүңгәүер ауылынан дүңгәүер ырыуы делегаттары ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы башлығы – Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев сәләмләне. Артабан ҡорҙо Түңгәүер ырыуы башлығы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Дуҫлыҡ ордены” кавалеры, Бөтә донъя башҡорттарының Президиумы ағзаһы – Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев етәкләне. Йыйын бай йөкмәткеле сығыштарҙан, бәхәсле аралашыуҙарҙан, ҡыҙыҡлы тарихи ваҡиғалар хаҡында әңгәмәләрҙән ғибәрәт булды. Көнүҙәк мәсьәләләр, Түңгәүер ырыуы вәкилдәрен борсоған һорауҙар ҡаралды, йыйындың резолюция проекты ҡабул ителде. Сараның аҙағында Түңгәүер ырыуы эшендә һәм Йыйынды үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусылар бүләкләнде.