Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Талҡаҫ” халыҡ театры йәштәре спектакль менән киләһе аҙнала Иҫке Сибай, Йәнйегет яҡтарына юл тотасаҡбыҙ

✅5 һәм 7 апрель “Талҡаҫ” халыҡ театры йәштәре спектакль менән Ниғәмәт, 2-се Этҡол ауылдарында сығыш яһанылар. Тамашасыларға йылы ҡабул итеүҙәре, ихлас алҡыштары, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә алсаҡ йөҙҙәре, йылы сәйҙәре өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Матур итеп ҡаршы алдығыҙ, изге теләктәрегеҙҙе әйтеп оҙатып ҡалдығыҙ!
Рәхмәт.🙏
Ныҡлы сәләмәтлектә, иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла осрашырға насип булһын!
Алла бирһә, киләһе аҙнала Иҫке Сибай, Йәнйегет яҡтарына юл тотасаҡбыҙ!
Килегеҙ, рәхәтләнеп көлөп, ял итеп ҡайтырһығыҙ! 😉

Пушкин картаһы менән дә инергә мөмкин.

#спектакль #пушкинскаякарта #ЦНТ