Муниципальное автономное учреждение
культуры
«Центр народного творчества»
муниципального района Баймакский район
Республики Башкортостан
logo
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының
халыҡ ижады үҙәге
муниципаль автономлы мәҙәниәт
учреждениеһы
453630, Республика Башкортостан, г. Баймак, ул. пр.Салавата Юлаева, д.3
тел. +7 (347 51) 3-12-28, факс: +7 (347 51) 3-10-2; e-mail: metod-kabinet.baimak.snt@yandex.ru

“Сәлимәкәй” — башҡорт халыҡ йыры

“Сәлимәкәй” — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Лирик характерҙағы йыр. Йырҙың легендаһын тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында Мөхәмәтша Буранғолов, шиғри тексын 1934 йылда С.Ғәбәши А.Кәримовтан яҙып ала. Варианттарын А.С. Ключарёв, Л.Н. Лебединский, Ф.А. Нәҙершина, Л.Ҡ. Сәлмәнова, Ғата Сөләймәнов, Хөсәйен Әхмәтов яҙып ала. Йырҙың авторы Буранбай сәсән тип фараз ителә, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай.

#баймактар #оҙонкөй #ҡурайсы #башҡортхалыҡкөйө